Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Министерство тураһында

Цели

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының бурысы: мәҙәниәт һәм милләт-ара мөнәсәбәт өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу; 

мәҙәниәт һәм милләт-ара мөнәсәбәт өлкәһендәге Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген координациялау; 
халыҡ ижади әүҙемлеген дәртләндереү буйынса сараларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу; 
профессиональ сәнғәтте, сәхнә, пластик, музыка сәнғәтен, халыҡ ижады, кинематография, музей, китапхана һәм ял эшмәкәрлеген, халыҡ художество һөнәрҙәрен һәм кәсептәрен һаҡлау, үҫтереү һәм камиллаштырыу; 
дөйөм белем биреү ойошмаларының башланғыс, төп дөйөм белем биреү, дөйөм урта белем, урта профессиональ белем, сәнғәт өлкәһендә белем биреү программаһында, интеграцияланған шул иҫәптән, ведомство һәм дәүләт өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, шулай уҡ мәғариф системаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашыу һәм сәнғәт өлкәһен һаҡлауҙы тәьмин итеү, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе асыҡлау; 
дәүләт программаһында билдәләнгән тәртиптә мәҙәниәтте, сәнғәтте, гражданлыҡ берҙәмлеген һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү, Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни төрлөлөгөн һаҡлау, уларҙы тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү; 
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли-мәҙәни үҫешендә Башҡортостан Республикаһының берҙәм дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән һаҡлау буйынса, Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен өйрәнеү һәм үҫтереү; 
мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә,һәләтле йәш авторҙарға һәм башҡарыусыларға, шулай уҡ театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһенең ижади проекттарына дәүләт ярҙамын күрһәтеү; 

Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән берлектә предмет-ара һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары араһында вәкәләттәрҙе сикләү алып барыу механизмдарын эшләүҙә ҡатнашыу; 

мәҙәниәт өлкәһендә сараларҙы үтәүгә контролде тормошҡа ашырыуҙа , айырылғыһыҙ өлөшө булып торған-төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында хөкүмәт-ара килешеүҙәрҙә ҡатнашыу; 

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, уларҙың хоҡуҡтарын һәм иректәрен үтәүгә булышлыҡ итеү; 
Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе башҡорттарҙың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, шулай уҡ башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен, милләт-ара хеҙмәттәшлекте һәм мәҙәни алмашыуҙы урынлаштырыу проблемаларын хәл итеү.