Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестиваленең программаһы

17 Июль 2019
2
0

Өфөлә 7 сентябрҙән алып 24 сентябргә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XXII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтә. Сәнғәт оҫталары форумы «Шахерезада», «Шопениана», «Половецкие пляски» тигән балеттар менән асыла.

Халҡыбыҙҙың талантлы улы Рудольф Нуриев исемен йөрөткән мәртәбәле фестиваль республикабыҙҙың ижади тормошонда айырым бер урын биләп тора.

Фестиваль 1993 йылда уның тәҡдиме менән ойошторола башлай. Сарала Рәсәйҙән, сит илдәрҙән билдәле бейеү оҫталары, театр труппалары ҡатнаша. Быйылғы фестивалдең географияһы тағы ла киңәйә. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, фестивалдә «Кремлёвский балет» һәм Рәсәйҙең Ҙур театрҙың (Мәскәү), Мариин һәм Михайлов театрының (Санкт-Петербург), Б.Эфманың балет театрының, Л.Якобсондың балет театрының (Санкт-Петербург), М.Йәлил Татар опера һәм балет театрының, Словакия милли театрының солистары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Бавария иленән Мәскәү, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан балет труппаларының килеүе көтөлә.

Фестивалдең программаһы афишала.

Сығанаҡ: https://culture.bashkortostan.ru/presscenter/news/211259/

  • Рудольф Нуриев исемендәге балет сәнғәте фестиваленең программаһы