Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Башҡортостанда IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале тамамланды

27 Август 2019
8
0

Башҡортостандың баш ҡалаһында IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале тамамланды. Тантана «Торатау» конгресс-холында уҙҙы. Ҡатнашыусылар һәм фестивалдең ҡунаҡтары ҡыҙыл келәмдән үттеләр, ә инде киске 7-лә ҙур залда ябыу тантанаһы үтте һәм кинофестивалдең Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырылды.

Гран-при –«Надо мною солнце не садится» (Саха-Яҡутстан, Рәсәй) дебют фильмы өсөн режиссер Любовь Борисова алды. Фильм шулай уҡ «Социаль һәм мотивация киноһы» номинацияһында «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы» тип танылды.

«Иң яҡшы режиссер эше» — «Аврора» Бекзат Пирматов (Ҡырғызстан), «Иң яҡшы сценарий» — «Кровь» Артем Темников (Мәскәү), «Иң яҡшы оператор эше» — «Царь Птица» Семен Аманатов (Саха-Яҡутстан)

«Милли һәм этник кино» номинацияһында «Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы» — «Из Уфы с любовью», режиссер Айнур Асҡаров (Башҡортостан), «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» — «Изгородь», режиссер Михаил Кулунаков (Алтай Республикаһы), «Иң яҡшы документаль фильм» — «О чем грустит наш дом», режиссер Кристен Гайнет (Башҡортостан).

«Социаль һәм мотивация киноһы» номинацияһында «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» — «Чай», Шокир Холиков (Үзбәкстан), «Көнүҙәк теманы асҡан өсөн» — «Я не хочу быть крестьянином», Танги Ле Крас (Франция).

«Социаль һәм мотивация киноһы» номинацияһында йәмәғәт эшмәкәре Каринэ Хәбированан махсус бүләк — «Девушка и море», Азизжан Заиров һәм Мөхәмәт Мамырбәков (Ҡаҙағстан).

«Милли һәм этник кино» номинацияһында Әмир Абдразаҡов исемендәге махсус бүләк — «Султан Агунг», Ханунг Брамантио (Индонезия).

Бөтә донъя башҡорттарының махсус бүләге — актриса Нурия Ирсаева, режиссер Роман Пожидаев (Башҡортостан), режиссер Руслан Юлтаев (Башҡортостан).

Өфө мэрияһының махсус бүләге — «Последний Вальс», оператор эше өсөн — Сергей Ландо (Санкт-Петербург).

Башҡортостан кинематографистарының махсус бүләктәре: Иң яҡшы оператор эше өсөн Ғилуан Әмиров бүләге — «Кластан тыш дәрес», Рафаил Сарваев (Башҡортостан). Рәссам Салауат Фидаиҙан бүләк — «Кошачий полдень», Квон Сун Мо (Көньяҡ Корея).

Өфөлә кино байрамы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Башҡортостан Кинематографистар союзы, Өфө хакимиәте булышлығында уҙҙы.

  • Башҡортостанда IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале тамамланды