Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Башҡортостандың 100 йыллығына «Башҡорт» гәзите һандары тергеҙелде

23 Ғинуар 2020
7
0

Башҡорт автономияһы булдырылыу менән донъя күргән беренсе баҫманың һандары тергеҙелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ошо уңайҙан түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.

Беренсе башҡорт гәзите «Мөхбир» исеме аҫтында 1917 йылда донъя күрә. Артабан ул «Башҡорт», «Башҡорт тауышы» тип үҙгәртелә. Ә бер йыл үткәс, баҫма Силәбе ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Гәзит биттәрендә билдәле шәхестәрҙең мәҡәләләре, шиғырҙары баҫыла. 1918 йылда Башҡорт хөкүмәте ҡарарына ярашлы «Башҡорт тауышы» менән «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзите берләштерелә.

Республиканың беренсе баҫмаһын тергеҙеү Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Бер йыл эсендә гәзиттең 37 һаны электрон вариантҡа күсерелеп, Интернет селтәренә һалына. Улар менән «Башҡортостан» гәзите, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сайтында танышырға мөмкин. Мәҡәләләр башҡорт, рус телдәренә тәржемә ителгән.

Әйткәндәй, гәзиттең беренсе һаны 14 июндә донъя күрә, был дата 1998 йылдан алып Башҡортостан матбуғаты көнө булараҡ билдәләнә.

  • Башҡортостандың 100 йыллығына «Башҡорт» гәзите һандары тергеҙелде