Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Әбйәлил районында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале уҙа

23 Ғинуар 2020
9
0

13 февралдә Башҡортостандың Әбйәлил районында VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале ойошторола. Фестивалде ойоштороусы – Әбйәлил районының Мәҙәниәт һәм ял үҙәге.

Ҡатнашыуға Башҡортостанда эшмәкәрлек алып барған бөтә йүнәлештәге башҡорт аш-һыуы оҫталары һәм йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары белгестәре саҡырыла. Фестивалдә айырым номинациялар буйынса конкурстар үткәрелә: ит ризыҡтары конкурсы; һөт ризыҡтары конкурсы; эсемлектәр конкурсы; ҡамыр аштары конкурсы; онотолған милли ризыҡтар рецептары конкурсы; тамашасылар һөйөүе призы.

Ризыҡты тәбиғи ингредиенттарҙан ғына бешерергә кәрәк. Аш-һыуҙы әҙерләп бөтөү һәм өҫтәлде биҙәү өсөн командаларға бер сәғәт ваҡыт бирелә. Экспозиция өҫтәлгә ҡуйыла һәм һайлап алынған башҡорт милли аш-һыуы тематикаһына ярашлы биҙәлә. Өҫтәл менән таныштырғанда йыр-моң, декорациялар, милли атрибутика, кейем-һалым хуплана. Конкурстың положениеһы менән һылтанма буйынса танышырға мөмкин.

Ғаризалар 11 февралгә тиклем 83477220334 телефоны буйынса йәки metod-abzelil@yandex.ru электрон адресына ҡабул ителә.

  • Әбйәлил районында «Ашъяулыҡ» башҡорт аш-һыуы фестивале уҙа