Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры яңы спектаклдәр өҫтөндә эш башлады

23 Ғинуар 2020
3
0

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ике премьера көтөлә.

21, 22 февралдә «Рөстәмдең сере» (Ғ.Ҡотой, С.Баженова инсц.) исемле яңы спектакль сәхнәгә сығасаҡ. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәм мажаралары» әҫәре буйынса спектаклде Рәсәйҙең билдәле театр эшмәкәрҙәре әҙерләй: инсценировка авторы — драматург Светлана Баженова, ҡуйыусы режиссеры Радион Букаев, рәссам-яҡтыртыусы — Евгений Ганзбург. Шулай уҡ ижади төркөмдә ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин эшләйәсәк.

1 мартта Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре буйынса «Шәмсетдин һәм Шәмсура» спектакленең премьераһы уҙа. Режиссеры – Хөрмәтулла Үтәшев. Төп ролдәрҙә – Морат Рафиҡов һәм Милена Ишаева.

  • М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры яңы спектаклдәр өҫтөндә эш башлады
  • М.Ғафури исемендәге Башҡорт театры яңы спектаклдәр өҫтөндә эш башлады