Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Рәсәй Президенты Указы менән бөгөн Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде

30 Март 2020
18
0

30 март – тарихи көн. Рәсәй Президенты Указы менән Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде. Уның тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙә хәбәр итте.

«Бөгөн Рәсәй Президенты тарихи хәҡиҡәтте тормошҡа ашырған көн. Мин был хаҡта бик хыялландым. Һуғыш тамамланғандан һуң төрлө инстанцияларға ошо үтенес менән мөрәжәғәт иткән бик күптәр кеүек үк. 1958 йылда был тәҡдимде Семён Буденный үҙе яҙа. Йыл артынан йыл үткән һайын, хат артынан хат тейешле структураларға барған, әммә бөтә мөрәжәғәттәр ҙә ҡаты нормативтарға юлығыу сәбәпле, уларҙы үтәп булмаған, – ти Радий Хәбиров. – Беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡтан легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов хаҡында беләбеҙ. Уның биографияһы иҫ китмәле. Бер киносценарист та бындай ғүмер юлын яҙа алмаҫ ине – хәрби, мажаралы һәм, бер үк ваҡытта, шул тиклем фажиғәле. Генерал Шайморатов дивизияһындағы һымаҡ Советтар Союзы Геройҙары һаны бөтә СССР армияһының ике хәрби подразделениеһында ғына булған. Был һыбайлылар дошмандың ҡотон алған. Дивизия байрағын ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә сигенһә, Шайморатов иҫән ҡалыр ине. Ләкин ул һуңғы алышты ҡабул итеүҙе һәм күҙгә күренеп килгән әжәлде үҙенең төп көстәре менән ҡаршы алыуҙы өҫтөн күрә... Оҙаҡ йылдар уның ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланманы, сөнки үлеменең шарттары билдәле түгел ине, ә регламент буйынса – барыһы ла асыҡланырға тейеш. Һәм бына хәҙер Рәсәй Президенты Башҡортостанда йәшәгән бер нисә быуындың ынтылыштарын хупланы. Һәм бик һирәк була торған иҫкәрмә ҡарар ҡабул итте. Миңлеғәле Шайморатов үлгәндән һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләнде».

  • Рәсәй Президенты Указы менән бөгөн Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде