Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры премьера әҙерләй

26 Февраль 2021
7
0

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры яңы спектакль өҫтөндә эшләй. 5-6 мартта композитор Владимир Мартынов әҙерләгән «Яңы тормош» («Vita Nuova») операһының донъя премьераһы буласаҡ. Ул Данте Алигьериның ошо уҡ исемдәге әҫәре буйынса яҙылған.

Либретто авторҙары – Владимир Мартынов һәм Эдуард Бояков. Артистар латын, рус, итальян телдәрендә йырлаясаҡ.

Спектаклдең музыкаль етәксеһе һәм ҡуйыусы дирижёры – БР атҡаҙанған артисы, «Алтын Маска» Рәсәй Милли театр Премияһы лауреаты Артём Макаров. Ҡуйыусы режиссёр – «Нано-опера» IV Халыҡ-арайәш опера режиссерҙары конкурсының II дәрәжә лауреаты (2019) Елизавета Корнеева, ҡуйыусы рәссам – Екатерина Агений, был ижади тандем театр сәхнәһендә Йозефа Гайдның «Айлы донъя» операһын ҡуйҙы.. Видеоаниматор – Рәсәй һәм халыҡ-ара кинофестивалдәр еңеүсеһе Лиана Макарян (Москва).

Ҡуйыусы хореограф итеп Митя Федотенко (Франция) саҡырылған. Был спектакь уның өсөн Башҡорт опера һәм балет театры менән беренсе хеҙмәттәшлек һәм опера ҡуйыуҙа беренсе эш булып тора.

Опера «Рәсәй мәҙәниәт фонды» грантына ҡуйыла.

  • Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры премьера әҙерләй