Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Донъялағы иң абруйлы һөнәр" тип аталған күргәҙмә асыла

3 Март 2021
3
0

4 мартта Башҡортостан Республикаһының Милли музейында "Донъялағы иң абруйлы һөнәр" тип аталған күргәҙмә асыласаҡ.

Авторы - Стәрлетамаҡтың Балалар дауаханаһы ултьратауыш ярҙамында диагноз ҡуйыу табибы, Рәсәй фоторәссамдар берлеге ағзаһы Регина Валерий ҡыҙы Иванова.

Эштәрҙә врач, фельдшер, шәфҡәт туташтарының ауыр көндәлек хеҙмәте сағылған. Үҙенең коллегаларын фотоға төшөрөп алыу тураһында идея Регина Ивановаға бер нисә йыл элек килгән һәм уны яйлап тормошҡа ашырған. Күргәҙмәгә ингән рәсемдәрҙә кешеләрҙең исем-шәрифе күрһәтелмәгән, сөнки автор уйлауынса,ошолай итеп ул медицина хеҙмәткәрҙәренең дөйөм образын тыуҙырырға теләй.

Күргәҙмә "Ҡатын-ҡыҙҙар күҙлеге менән" фотопроекты сиктәрендә үтә.

  • Башҡортостан Республикаһының Милли музейында