Фольклориада сәйәхәткә сыға
VI Бөтә донъя фольклориадаһы республика буйлап сәфәргә юллана. Коллективтар дүрт фестиваль округы буйлап тарала.
Концерттар Башҡортостандың 22 муниципаль районында була. Бөгөн фестиваль Салауат ҡалаһында башланды. Тамашасылар Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия, Рәсәй кеүек илдәр мәҙәниәте менән таныша. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Камерун, Фәләстин, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтары Мишкә районында сығыш яһай.
Ошо уҡ көндә Фольклориадала ҡатнашыусыларҙы Дүртөйлө районы ҡабул итте. Азербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай, Бенин коллективтары бай йөкмәткеле программа тәҡдим итә. Форумда республикабыҙ ҡала һәм райондарының художество коллективтары ла үҙҙәренең ижады менән таныштыра.
15.00 сәғәттә концерт программаһы Әбйәлил районының Асҡар ауылында ла башлана (Ленин урамы, 39, хакимиәт бинаһы алдында). Унда үҙ мәҙәниәте өлгөләрен, йолаларын Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания кеүек илдәр вәкилдәре күрһәтәсәк. Республиканан ижади форумда район-ҡалаларҙың художество коллективтары ҡатнаша.
Сит ил ҡунаҡтары Өфөлә лә сығыш яһай. “Торатау” конгресс-холының үрге майҙансығында Польша, Панама, Италия ансамблдәре үҙенсәлекле тамаша ҡора. Ә кис конгресс-холл амфитеатрында Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия коллективтары концерт ҡуя. Кисәнең төп ҡунаҡтары – Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк проекты.
Әйткәндәй, көн һайын Башҡортостандың Милли музейында “Донъя халыҡтарының битлектәре”, “Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары” күргәҙмәләре эшләй. Музейға бушлай индерәләр, тик битлек кейеү мотлаҡ.
