Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Өфөлә асыҡ һауала генерал Шайморатов тураһында спектакль күрһәтелә

24 Август 2021
3
0

27 августа Өфө амфитеатрында («Торатау» конгресс-холы янында) «Ат уйнатып алдан бара» спектакле сәхнәләштерелә. Спектакль легендар генерал, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә һәм данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы атлыларына арнала. Киске сәғәт 8-ҙә башлана.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күренекле полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһында спектакль ҡуйғайны.

«Ат уйнатып алдан бара» спектакленең премьераһы 2020 йылдың 19 һәм 20 ноябрендә булды. Драматург — Зөһрә Бураҡаева, проекттың художество етәксеһе — Айрат Абушахманов, ҡуйыусы режиссер — Хөрмәтулла Үтәшев. Спектакль Башҡортостандың Милли музейы һәм архивы, Хәрби-тарихи музейҙар, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы фондтарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған.

  • Өфөлә асыҡ һауала генерал Шайморатов тураһында спектакль күрһәтелә