Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2021" инвестиция һабантуйы сиктәрендә милли кейем парады үтте

13 Сентябрь 2021
3
0

10-11 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2021” III Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтте. Сара Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ҡатнашлығында ойошторолдо. Программала сәнәғәт, эске туризм үҫеше, ауыл хужалығы, шулай уҡ башҡа йүнәлештәргә арналған стратегик сессиялар үтте. Сәйәсмәндәр, инвесторҙар, төбәк һәм федераль учреждениелар, Рәсәйҙең бизнес-структуралары вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, инвестһабантуйҙа сит ил ҡунаҡтары ла ҡатнашты.

Программа сиктәрендә Республика милли аш-һыу конкурс-фестивале һәм “ҠымыҙFEST” уҙҙы.

Сибай ҡалаһындағы инвестһабантуй сиктәрендә Милли кейем байрамында башҡорт, рус, татар, чечен, болғар, украин, тажик һәм башҡа милләттәрҙең милли кейемдәрен күрергә мөмкин ине. Ҡатнашыусылар төрлө сағыу кейемдәрҙә Үҙәк майҙандан Зәки Вәлиди урамына ҡарай юл алып, Таусылар проспекты тыҡрығынан "Бикбау" сауҙа үҙәгенә ҡарай юлланды. Артабан Үҙәк майҙанға туҡталып, фольклор, бейеү һәм йыр коллективтарының сағыу концертында ҡатнаштылар.

  • Сибай ҡалаһында