Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Һамар өлкәһендә Халыҡтар дуҫлығы паркында башҡорт ихатаһы барлыҡҡа килде

13 Сентябрь 2021
3
0

Һамар өлкәһендә тантаналы рәүештә "Халыҡтар дуҫлығы паркы" этнографик комплексы асылды. Төбәктә йәшәгән халыҡтарҙың үҙенсәлектәрен сағылдырған 20 музей Куйбышев районының Волгарь биҫтәһендә урынлашҡан.

Парк киңлеге хайран итерлек: 12 гектар биләмәлә ихаталар урынлашҡан милли йорттар һәм ғаилә менән ял итеү өсөн майҙансыҡтар булдырылған. Тыныслыҡ урамында һәр милли комплексҡа 500 квадрат метр бүленгән. Йорттарҙың проектын әҙерләүҙә халыҡтар үҙҙәре - диаспоралар һәм милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашҡан. Төрлө һөнәр һәм дин әһелдәре үҙ традицияларын мәңгеләштереү өсөн берләшкән.

Комплексты асыу тантанаһы Һамарҙа Ҡала көнөн байрам итеүгә арналды. Башҡорт ихатаһын асыу тантанаһында БР мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры вазифаһын башҡарыусы Гөлназ Мирхәйҙәрова һәм учреждениеның филиалы - "Сәйетбаба" башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы" йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнашты. Сараны Ғафури районынан "Асанай" халыҡ фольклор ансамбле сығыштары биҙәне.

"Был паркты булдырыу - иҫ киткес шәп идея. Ул бик матур итеп тормошҡа ашырылған. Беҙҙең башҡорт ихатаһы ХХ быуат башында йәшәгән башҡорттарҙың мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдыра. Был, ысынлап та, бөтөн йолаларға тура килтереп эшләнгән аутентик ихата. Бында башҡорттар ҡулланған барлыҡ әйберҙәрҙе – һауыт-һабаны ла, көнкүреш кәрәк-ярағын да күрә алаһығыҙ, - тине Наталья Михайловна. – Волга буйы төбәктәренең барыһы ла татыу. Бында Башҡортостан Республикаһы һәм Һамар өлкәһе башҡорттары исеменән эшләгән йәмәғәт ойошмалары байтаҡ. Бөгөн беҙ буш ҡул менән килмәнек. Күп йылдар инде бында башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүсе әүҙемселәребеҙгә наградалар алып килдек ".

Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталарына Һамар ҡалаһының "Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Камила Сизякова һәм "Тыуған моңдар" башҡорт халыҡ фольклор коллективы етәксеһе Фатима Шағаева лайыҡ булды.

  • Һамар өлкәһендә Халыҡтар дуҫлығы паркында башҡорт ихатаһы барлыҡҡа килде