Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

БР Милли симфоник оркестры башҡорт классиктарына бағышланған абонементын аса

13 Сентябрь 2021
3
0

Иртәгә, 14 сентябрҙә, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры "Башҡорт классикаһының алтын биттәре" абонементын аса. Программала - Нариман Сабитовтың Героик поэмаһы, "Айгөл иле" һәм "Яратам һине, тормош" балеттарынан сюиталары, Хөсәйен Әхмәтовтың "Урал батыр" картинаһы һәм Башҡорт лирик сюитаһы.

"Оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюков йәйге ялын музыкаль китапханала үткәрҙе һәм башҡорт композиторҙары ҡалдырған мираҫтан ысын һоҡланыуға килде. Милли моңдар менән тулыландырылған симфоник музыка: башҡорт халҡының эпосы, тыуған төйәгебеҙҙең матурлығы, республиканың сәскә атыуы тураһында хыялдар. Шулай итеп, тыңлаусыларҙы бала саҡтан уҡ күңелгә һеңгән һәм композиторҙар аша киң күләмле әҫәрҙәргә күскән иҫ киткес милли моңдар донъяһы менән таныштырыу ниәте барлыҡҡа килде, - тип һөйләнеләр оркестрҙың матбуғат хеҙмәтендә.

Концерт Өфөлә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында уҙа.

Абонементтың тәүге концертына билетты оркестрҙың сайтында алырға була: https://nsorb.com

Абонементтың барлыҡ концерттарына билеттар буйынса ошо һандарға шылтыратырға: 8 (347) 272-66-43 и 8 (917) 730-51-46.

  • БР Милли симфоник оркестры башҡорт классиктарына бағышланған абонементын аса