Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Өфөлә билдәле рәссам Рәмил Килмәмәтовтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды

14 Сентябрь 2021
2
0

Башҡортостандың халыҡ рәссамы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов яратҡан шөғөлөнә 40 йылдан ашыу ғүмерен бағышланы.

Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылында тыуып үҫкән фотограф 2004 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлеге рәйесе вазифаһын башҡарҙы. Фотоһүрәттәр аша ул республика тормошон, уның шәхестәрен, мөһим сараларҙы күрһәтте. Һәләтле фото оҫтаһы Европа илдәрендә йәшәүселәрҙе Башҡортостандың хозур тәбиғәте, бай тарихы менән таныштырҙы.

Рәмил Исмәғил улының фотоһүрәттәренән Мәскәүҙә, Баҡыла, Минскиҙа, Истанбулда, Римда, Парижда, Дрезденда, Берлинда һәм башҡа төбәк­тәрҙә шәхси күргәҙмәләр ойошторолған.

  • Өфөлә билдәле рәссам Рәмил Килмәмәтовтың иҫтәлегенә таҡтаташ асылды