Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

"Йыл ғаиләһе" фильмы прокатҡа сыға

15 Сентябрь 2021
7
0

Башҡортостанда төшөрөлгән "Йыл ғаиләһе" фильмы киң прокатҡа 23 сентябрҙән сығарыла. Ул илдең 300-ҙән ашыу кинотеатрында күрһәтеләсәк.

Кинотаҫма финанс ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тырышҡан Рәхмәтуллиндарҙың ҙур ғаилә тарихы тураһында. Улар үҙҙәренең иҫке генә машинаһында "Йыл ғаиләһе" конкурсы финалында ҡатнашыр өсөн юлға сыға һәм төрлө мажараларға осрай.

Фильмдың режиссеры - Айнур Асҡаров.

Ролдәрҙә: Алмас Әмиров, Ирина Бусыгина, Фәрдүнә Ҡасимова, Кирилл Сысоев, Назар Мурашев, Валерия Протасова, Габриэль Адесокан, Рөстәм Ғайсин, шулай уҡ таҫмала «ZAINETDIN» төркөмө ҡатнаша.