Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

“Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы үтте

10 Ноябрь 2021
2
0

10 ноябрь Сибай ҡалаһының “Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы булып уҙҙы.

Тәүгеләрҙән булып тамашаны Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы уҡыусылары ҡараны.

“Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп ҡуйылған спектаклдең авторы - Динара Ҡәйүмова. Ҡуйыусы режиссер М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов “Сулпан” театры менан икенсегә спектакль сығарҙы.

Спектакь Марвел донъяһы супергеройҙары һәм батырҙарыбыҙ араһында параллель ҡуйып, беҙҙекеләр бер кемдән кәм түгел икәнен күрһәтә.

Спектаклдә ҡулланылған яңы алымдар, видеодекорациялар (видеографтары - Ләйсән Ғарипова, Фәһим Сөнәғәтов), махсус эффекттар, костюмдар (рәссамы - Сулпан Азаматова), музыка (композиторы - Вәсил Ғафаров), ҡуйылған бейеүҙәр (хореографы - Александр Родионов) – барыһы ла бер бөтөн булып күренеп бик йылы ҡабул ителде.

Тамаша өлкәндәргә лә, балаларға ла оҡшаны, бигерәк тә Урал батыр, Шүлгән, Йүгерек батыр, Тау батырҙы ихлас алҡышланылар.

  • “Сулпан” балалар театрында “Самрау батша бүләге” исемле спектаклдең премьераһы үтте