Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эш башлай

12 Ноябрь 2021
8
0

Стәрлетамаҡ дәүләт-театр концерт берләшмәһенең Башҡорт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эш башланы. Сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты Рөстәм Хәкимов.

Ф.Бүләковтың "Әбейҙәргә ни етмәй?.." спектаклен "Театр төнө" мәҙәни акцияһында халыҡҡа уҡыу үткән ине. Тамашасының ыңғай фекерҙәрен дә иҫәпкә алып, был әҫәрҙе сәхнәгә сығарыу планлаштырылды.

Тормоштан алынған ваҡиғаларға ҡоролған еңел генә комедия халыҡтың күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ, ти театр коллективы.

  • Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры яңы спектакль өҫтөндә эш башлай