Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

"Урал батыр" ҙур сәхнәгә ҡайта

11 Ноябрь 2021
6
0

«Урал Батыр» эпосы — башҡорт халҡының бөйөк хазинаһы һәм рухи ҡомартҡыһы. Быуындан-быуынға күсә килгән был ҡобайыр үҙенең боронғолоғо, күләме, йөкмәткеһе һәм әһәмиәте яғынан донъяла билдәле эпостар менән бер кимәлдә тора.

Спектаклдә Үлемһеҙлек темаһы төп урында, ул башҡа мөһим темалар – Йәшәү һәм Үлем, Изгелек һәм Яуызлыҡ, Хакимлыҡ һәм Халыҡ темалары менән үрелеп бара.

Төп ролде - Урал Батырҙы - Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Ринат Баймырҙин башҡара. Спектакль 24 һәм 25 ноябрҙә күрһәтеләсәк.

Башлана киске сәғәт 7-лә.

Билеттар онлайн һәм театр кассаһында: +7 (347) 272-35-33.