Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҘӘНИӘТ МИНИСТРЛЫҒЫ

Яңылыҡтар

Исемлек:
Баҫтырып сығарыу көнө:
Яңылыҡ йөкмәткеһе:
Проект:
Эшмәкәрлек:

3 Июнь 2021
9
0
"Мәҙәниәт" милли проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 2021 йылда Ҡырмыҫҡалы районы тәүге күсмә автоклуб алды. Хаҡы 4 миллион һумдан ашыу булған тәгәрмәсле мәҙәниәт йорто Ҡырмыҫҡалы районына 27 майҙа килгән. Хәҙер бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр концерттар һәм кинофильмдарҙы йышыраҡ ҡарай ала....

2 Июнь 2021
1
0
Был турала Башҡортостан башлығы Мәсетле районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Һөҙөмтәлә һигеҙ кешенең бишәүһе йәрәхәтләнә, ике кеше дауаханаға эләгә. Кисә Радий Хәбиров Яңы Мөслим ауылы халҡы менән осрашты....

2 Июнь 2021
3
0
1 июндә, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, "Торатау" конгресс-холлында балалар мәҙәни форумы үтте. Ул май айында "АРТ-Ҡоролтай" барышында балалар стратегик сессияһы сиктәрендә иғлан ителгәйне. Унда йәш ҡатнашыусылар өсөн эшлекле, уҡытыу һәм күңел асыу программаларын үткәрелде. Ҡатнашыусыларҙың йәше...

2 Июнь 2021
2
0
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 31-се ижад миҙгелен тамамланы, ошо уңайҙан актерҙар спектаклдәрҙән өҙөк һәм концерт номерҙары күрһәтте. Быйылғы ижад миҙгелендә күп кенә премьералар үтте. Тамашасыларға иң оҡшағандарының береһе – ул «Үлмәҫбай», «Аҡ мөғжизә» һәм «Ғашиҡтар көнө» спектаклдәре,...

26 Май 2021
3
0
30 майҙа Baby biennale «0+» халыҡ-ара фестиваль-акцияһы сиктәрендә театрҙың М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә кескәй тамашасылар өсөн Алмаз Саҙрыевтың “Һауанан ергә тиклем” бэби-спектакле күрһәтеләсәк. Акция Рәсәйҙең һәм БДО илдәренең дәүләт һәм шәхси театрҙарын...

26 Май 2021
2
0
"Нальмэс" ансамбле Өфөлә 23 майҙа гастроль турын асты һәм сығыштарын Башҡортостан ҡалаларында дауам итә. 85 йыллыҡ нсамбль коллективы республика тамашасылары өсөн үҙенсәлекле бүләк – балетмейстер Риф Ғәбитов ҡуйған "Тархандар" бейеүен әҙерләгән. "Адый Республикаһының "Нальмэс" һәм Башҡортостан Республикаһының...

26 Май 2021
3
0
Өфө "Нур" дәүләт татар театры Нәжиб Асанбаевтың пьесаһы буйынса "Киң урамдар тар ине" музыкаль комедияһын әҙерләй башланы. Спектакль драматургтың 100 йыллығына бағышланған. Тамашаны режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәгә ҡуя. Рәссам - Полина Емельянова, костюмдар буйынса рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған...

26 Май 2021
2
0
Ансамбль үҙ тарихында тәүге тапҡыр Ҡырым Республикаһы буйлап ҙур турне үткәрҙе һәм бер аҙнала 5 концерт бирҙе. Гастролдәр Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы "Беҙ – Рәсәй" федераль программаһы сиктәрендә уҙҙы. Программаны "РОСКОНЦЕРТ" Федераль дәүләт бюджет мәҙәниәт...

20 Май 2021
2
0
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡырымға гастролгә сыҡты. Ижади сәфәр “Беҙ Рәсәй” программаһы буйынса ойошторола. Быға тиклем ансамбль Төньяҡ Кавказдың 16 ҡалаһында сығыш яһаны. Бөгөн ансамбль Ялта ҡалаһында сығыш яһай. Шулай уҡ Симферополь, Евпатория, Феодосия, Белогорск...

20 Май 2021
2
0
Владимир Путин указы менән Асҡар Абдразаҡов "Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы" исеменә лайыҡ булды. Башҡорт опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаковҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм ил президенты эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүҙә ҙур өлөш индергәне өсөн абруйлы...